Ҡамыр өсөн кәрәк:
350мл йылы һөт;
8 г ҡоро сүпрә
3 а. ҡ шәкәр ҡомо, татлыраҡ булһын тиһәгеҙ 6 а.ҡ. һалығыҙ;
100 г иретелгән аҡ май;
2 йомортҡа;
самалап тоҙ;
ванилин;
500-600 г. он;
Йылы һөткә шәкәр һәм сүпрә ҡушып болғатып 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ ҙа, йоморнтҡа, иретелгән аҡ май, тоҙ, ванилин ҡушып йомшағыраҡ ҡамыр баҫығыҙ. Бер сәғәт тирәһе йылы урында ҡабартып алғас, видеолағыса ҡабартмалар бешерәбеҙ.
Глазурь өсөн бер плитка шоколадты 100 мл һөт өҫтө (сливки) йәки шыйыҡ ҡына ауыл ҡаймағы менән иретәбеҙ.