Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
25 Март 2022, 18:45

Ҡаластар, бәлештәр өсөн шәп ҡамыр рецепты

Тәмле бәлештәр, ҡаластар бешерер өсөн бик шәп ҡамыр рецепты:

Ҡаластар, бәлештәр өсөн шәп ҡамыр рецепты
Ҡаластар, бәлештәр өсөн шәп ҡамыр рецепты

Кәрәк: 1 стакан кефир, 0,5 көнбағыш майы, 11 гр ҡоро сүпрә, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 3 стакан он. Әҙерләү: Кефир менән майҙы ҡушып бутарға, бер аҙ утта йылытып алырға, тоҙ һәм шәкәр өҫтәргә. Он менән сүпрәне ҡушып бутарға. Он өҫтөнә кефирлы массаны бушатырға һәм йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы ҡаплап ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға. Был ҡамырҙан төрлө ризыҡ әҙерләп була.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: