Аш-һыу Рецепты
25 Март 2022, 07:50

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Яҡындарыбыҙҙы Гөлназ Ишемғолова рецепты буйынса тәмле бәлеш менән һыйлап алайыҡмы, ҡыҙҙар?

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Шулай итеп, башта ярты стакан йылы һыуға бер ҡалаҡ тултырмай ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ шәкәр һалып күпертергә ултырттым.
Шунан икенсе һауытта 3 стакан онға семтем тоҙ, бер ҡап йомшарған аҡ май (бүлмә темп-да) ҡушып ыуҙым.
(Бер ус тирәһендәйен айырым тәрилкәгә һалып ҡалдырҙым. Ул беҙгә аҙаҡ кәрәк буласаҡ).
Аҙаҡ өҫтөнә күпереп сыҡҡан сүпрәне ҡойоп ҡамыр баҫтым. Он аҙыраҡ булды, шуға тағын бер стакан өҫтәнем әле. Әҙер ҡамырҙың өҫтөн яптым да, ҡабартырға ситкә алып торҙом.
Ул арала уртаса 8 алманы турап әҙерләп ҡуйҙым. Инде ярты сәғәттән ҡамырым да шул тиклем матур булып ҡабарғайны. Ике өлөшкә бүлдем дә, ҙурырағын табаға йәйеп һалдым. Бер ҡалаҡ картуф крахмалын бәләкәй иләккә һалып һибеп сыҡтым. Әйткәндәй, кеҫәл, манный ярмаһы һипһәгеҙ ҙә була. Уның өҫтөнә туралған алманы һалдым, шунан һуң ғына шәкәр ҡомо һиптем. Йәлләп торманым, татлы булһын тип мулланым.
Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, бәлештең өҫтөн ҡаплап, ситтәрен бөгөп биҙәкләйбеҙ. Сәнске менән бер-нисә урындан тишеп сыҡҡас, баяғы алып ҡалған онло-майлы ҡатнашмаға сират етте.
Бер балғалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәп бутайбыҙ ҙа, бәлештең өҫтөнә һибеп сығабыҙ. Унһыҙ ҙа мөмкин, әммә ошо ҡатнашма бәлешкә йәм һәм тәм өҫтәй, минеңсә. Инде әҙер бәлеште ҡыҙыу мейескә ҡуйырға ла, 35-40 минуттан ғаиләгеҙҙе сәй эсергә саҡырырға ғына ҡалды.

Сығанаҡ: Гөназ Ишемғолова битләүе.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас