Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
29 Март 2022, 12:40

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Балыҡты күптәребеҙ ҡыҙҙырып ҡына ашай. Соус менән быҡтырылған балыҡты ла ашап ҡарағыҙ әле. Был рецепт буйынса бешерелгән балыҡ ҡоро булмай, йомшаҡ һәм һутлы ғына килеп сыға. Ҡулланығыҙ! Рецепт сайтта.

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Кәрәк:

1 кг минтай балығы,

400 г магазин ҡаймағы,

3 теш һарымһаҡ,

самалап тоҙ,

төйөлгән ҡара борос,

әнис япраҡтары,

3 аш ҡалағы шыйыҡ май,

1 уртаса кишер,

балыҡ өсөн тәмләткес,

4 аш ҡалағы он.

Балыҡты йыуып, таҙартып киҫәктәргә бүлегеҙ ҙә өҫтөнә тәмләткес һибеп ултыртып тороғоҙ. Ҡаймаҡҡа һарымһаҡ, туралған йәшел әнис, тоҙ һәм борос ҡушып болғатырға.

Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп 1 аш ҡалағы майҙа табала ҡыҙҙырып алырға. Икенсе табала ҡалған майҙа онға әүәләнгән балыҡ киҫәктәрен яртылаш бешкәнсә ҡыҙҙырырға.

Артабан балыҡ өҫтөнә ҡыҙҙырылған кишер һалып ҡаймаҡлы массаны ҡойорға ла 15 минут талғын утта ҡапҡас аҫтында быҡтырырға кәрәк булыр.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: