Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
31 Март 2022, 12:26

Ҡыҫтыбай

Кемдер уны ҡыҫтыбЫй тип атай. Эслеккә берәүҙәр - иҙелгән картуф, икенселәр тары бутҡаһы һала. Әммә, нисек кенә булмаһын, был ризыҡты бөтәһе лә бик ярата! Уны бешереү өсөн 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, 1/3 стакан шыйыҡ май, 2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ...

Ҡыҫтыбай
Ҡыҫтыбай

Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа, 1 стакан һөт, 1/3 стакан шыйыҡ май, 2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, 2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он кәрәк.

Ҡамырҙы баҫҡандаң һуң бер сәғәттәй йылыла тотһаң, еңел йәйелә.

Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яғын әйләндереп бешереп алғас, теләк буйынса эсенә иҙелгән картуф, йә бешкән тары ярмаһы һалып ҡапларға мөмкин. Уңып, йоп-йоҡа, матур ғына булып бешә!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: