Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
14 Апрель 2022, 12:45

Манный ярмаһынан тәмле печенье

Манный ярмаһынан йәтеш кенә печенье рецепты менән бүлешәбеҙ

Манный ярмаһынан тәмле печенье
Манный ярмаһынан тәмле печенье

Манный ярмаһынан печенье

Кәрәк:

1 йомортҡа

80 г. шәкәр ҡомо

самалап тоҙ

60 мл. шыйыҡ май

100 мл. һөт

ванилин

300 г. манный ярмаһы

1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс

Бөтәһен бергә болғатып 1 сәғәткә манный ярмаһы бүрткәнсе ҡуйып торабыҙ.

Аҙаҡтан печенье формалаштырып  манный ярмаһында әүәләп, ҡыҙған духовкала 180 градуста 15-20 минут бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: