Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
16 Апрель 2022, 12:30

Шотландса йомортҡалар

Хәҙер тауыҡ тотҡандарҙың рацонында көн дә тигәндәй йомортҡалыр, моғайын. Уны хужабикәләр нисек кенә бешермәй түңәрәк килеш тә, һөткә туҡып та, бәлеш эслегенә ла һала һ.б. Ә бына ошондай ризыҡты кемдең бешереп ҡарағаны бар? Шотландса 7 йомортҡа өсөн беҙгә 400 гр фарш, берәр аш ҡалағы соус менән гәрсис, ярты балғалаҡ тоҙ, киптерелгән һарымһа, боростар ҡатнашмаһы, паприка кәрәк булыр.

Шотландса йомортҡалар
Шотландса йомортҡалар

Панировкалау өсөн 100 гр он, 2 йомортҡа, сухари онтағы, ҡыҙҙырырға май кәрәк.

Әҙерләү:

Йомортҡаларҙы 5 минут бешереп алабыҙ. Ул ҡаты булып бешмәҫкә тейеш. Уны таҙартҡас, тәүҙә - онда, унан фарш менән әүәләйбеҙ. Шулай иткәндә фарш ҡыҙҙырғанда йомортҡанан айырылмай. Әҙер фаршлы йомортҡаларҙы уртаса утта фарш бешеп сыҡҡансы, әммә панировка көймәҫлек ҡыҙҙырабыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: