Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
17 Апрель 2022, 12:04

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр рецебы

- бер сынаяҡ йылы һыу - бер йомортҡа - ярты сынаяҡтай көнбағыш майы - самалап шәкәр, тоҙ - бер сәй ҡалағылай сүпрә - тейешенсә он - ванилин. Баҫҡас ҡамырҙы сәғәт самаһылай ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ. Бик тәмле сыға.Эслеккә бүрттергән дөгө менән йөҙөм-күрәгә, ҡара емеш, йә иһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Эслеккә шулай уҡ, алма, муйыл, эремсек тә бик килешә.Бәлештең өҫтөнә шәкәр, аҡмай, ондо ҡушып, онтаҡ һибеп биҙәһәң тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була.

Төрлө эслекле бәлеш өсөн ҡамыр:

- бер сынаяҡ йылы һыу
- бер йомортҡа
- ярты сынаяҡтай көнбағыш майы
- самалап шәкәр, тоҙ
- бер сәй ҡалағылай сүпрә
- он
- ванилин
Баҫҡас ҡамырҙы сәғәт самаһылай ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ. Бик тәмле сыға.

Эслеккә бүрттергән дөгө менән йөҙөм-күрәгә, ҡара емеш, йә иһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Эслеккә шулай уҡ, алма, муйыл, эремсек тә бик килешә.

Бәлештең өҫтөнә шәкәр, аҡмай, ондо ҡушып, онтаҡ һибеп биҙәһәң тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була.

"Ҡатын- ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмөнән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: