Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
24 Апрель 2022, 12:25

Мандарин ҡайнатмаһы

Сәйҙе ҡайнатмаһыҙ эсә алмайһығыҙ, ә ҡайнатмаларығыҙ бөттөмө? Быны цитрустар менән төҙәтергә була! Мандарин ҡайнатмаһын тәмләп ҡарағанығыҙ бармы әле? Булмаһа, рецепт - сайтта. 

Мандарин ҡайнатмаһы
Мандарин ҡайнатмаһы

Ингредиенттар:
Мандарин — 1 кг
Эре әфлисун — 1 шт.
Шәкәр — 1 кг
Һыу — 1 стакан
Имбирь оно — 2 сәй ҡалағы
Ванилин — 1 пакет

Әҙерләү:
1. Мандаринды һәм әфлисунды әрсейбеҙ. Әфлисунды - турап, мандариндарҙы өлөштәргә бүләбеҙ.
2. Емештәрҙе бер һауытҡа һалып, бер стакан һыу ҡоябыҙ. 
3. 8 сәғәттән, һауытты талғын утҡа ҡуйып, имбиль һалабыҙ. 
4. Ҡайнап сыҡҡас ҡатнашманы 1,5 сәғ. буйы, болғай-болғай, талғын утта бешерәбеҙ.

5. Ҡайнатмаға шәкәр менән ванилин өҫтәп, йәнә 1,5 сәғ. ҡайнатабыҙ.
6. Алдан стерилләп әҙерләнгән ҡоро банкаларға һалып, тиимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: