Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
2 Май 2022, 11:05

"Йәшел аш"ты тәмләнегеҙме әле?

Беҙҙең халыҡ борондан, үләндәр морон төртөү менән йәш япраҡтарҙан тәмле лә, файҙалы ла аш бешергән. Кемдер - бәпкә, кемдер ҡуҙғалаҡ ашы бешерә. Ҡайһы бер хужабикәләр бөтә тәмле үләндәрҙе лә бергә турай. Ә һеҙ, төркөмдәштәр, ниндәй "йәшел аш"ты яратаһығыҙ? Әйҙәгеҙ, бөгөн керәткән ашын тәмләп ҡарайыҡ!

"Йәшел аш"ты тәмләнегеҙме әле?
"Йәшел аш"ты тәмләнегеҙме әле?

Бер аш тәрилкәһе тултырып кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 бәрәңге, 3 йомортҡа, 1 стакан тирәһе он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.    

Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға бәрәңгене турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә япраҡтарҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. 5 минуттан аш әҙер. Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.

Сығанаҡ: "Аманат".

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: