Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
4 Май 2022, 18:45

Өй шарттарында сыр әҙерләү

Һыйырҙар йәш үләнгә сығы, һәттәре артҡан мәл. Әйҙәгеҙ өй шарттарында ауылса сыр эшләп ҡарайыҡ.

Өй шарттарында сыр әҙерләү
Өй шарттарында сыр әҙерләү

 

2 кг эремсек (творог)
0,5 л һөт
3 йомортҡа
1 балғалаҡ (тултырмайса) сода
1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ
3 ҡалаҡ һары май

Кәстрүлгә 2 кг эремсекте һалғас, өҫтөн ҡаплағансы һөт ҡойорға. Ҡайнатырға ҡуйып, һыуы сыҡҡансы болғап торорға. Сывороткаһын һөҙөп, эремсекте суйын һауытҡа һалабыҙ. Шуға 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тултырмайса сода, 1 аш ҡалағы тултырмайса тоҙ, 3 ҡалаҡ һары май һалып, ныҡ итеп болғарға. Ҙурыраҡ кастрүлдә һыу ҡайнатып, суйын кәстрүлде шуның өҫтөнә ултыртырға, йәғни пар өҫтөндә баяғы ҡатнашманы ҡайнатырға. Болғап торорға кәрәк. Һуҙыла башлағас, эмаль кәстрюлде майлап, шунда тигеҙләп һалабыҙ. Һыуынғас телеп ултыртырға матур булһын. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: