Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
8 Май 2022, 09:45

Бәпембәнән бал

Һәр яҙ ерҙе ҡаплап алған һап-һары бәпембәләр сығыу менән уларға һоҡланабыҙ, әммә күптәребеҙ күҙҙе иркәләгән бәләкәс кенә ҡояш ярсыҡтарының бар өлөшө лә ашарға яраҡлы икәнлеген уйлап та бирмәй.

Бәпембәнән бал
Бәпембәнән бал

Һәр яҙ ерҙе ҡаплап алған һап-һары бәпембәләр сығыу менән уларға һоҡланабыҙ, әммә күптәребеҙ күҙҙе иркәләгән бәләкәс кенә ҡояш ярсыҡтарының бар өлөшө лә ашарға яраҡлы икәнлеген уйлап та бирмәй. Ә бит шифалы дауа - аяҡ аҫтында ғына. Мәҫәлән, уның яҙғы йәш япраҡтарын турамаға ҡулланалар, тамырын киптереп, файҙалы эсемлек әҙерләйҙәр, сәскәһенән бал (ҡайнатма) эшләйҙәр. Ул һаулыҡты нығытып, ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн арттыра, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, бауырҙы, бөйөрҙө таҙарта, быуындарҙы дауалай. Үлән-үҫемлектәрҙе юлдан, завод-фабрикаларҙан алыҫ урында йыйырға кәрәк. Сәскәләрҙе ҡояшлы көндә өҙөү яҡшыраҡ. Хәҙер беҙ һеҙгә уны әҙерләүҙең бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙ күңелегеҙгә оҡшағанын һайлап алығыҙ. 200 бөртөк бәпембә сәскәһе, 750 грамм шәкәр, 1 лимон, ярты литр һыу кәрәк. Сәскәләрҙе һабағын ҡалдырмай ҡырҡып алабыҙ. Ағып торған һыу аҫтында йыуабыҙ ҙа һарҡытабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң утын кәметәбеҙ ҙә тағы 10 минут тотабыҙ, ағас ҡалаҡ менән болғатып торабыҙ. Уттан алғас, бер көнгә ошо килеш ултыртып ҡуябыҙ (тиҙ кәрәк булғанда, 20 минут самаһы мөмкин). Шунан ике ҡат марля аша һөҙәбеҙ ҙә шәкәр, ваҡ ҡына итеп туралған лимон ҡушабыҙ. Шәкәре иреп бөткәс, талғын ғына утта 20-30 минут ҡайнатабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаға һалып, ҡаплап ҡуябыҙ. Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: