Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
8 Май 2022, 19:20

Тауыҡ итенән бәлеш

ҺЕҘ ТАУЫҠ ИТЕНӘН БӘЛЕШТЕ НИСЕК ӘҘЕРЛӘЙҺЕГЕҘ? (КУРНИК) Тауыҡ итенән бәлеште төрлө хужабикә төрлөсә әҙерләй: кемдер өсмөйөш формалағыһына, икенселәр түңәрәк ҙур бәлешкә өҫтөнлөк бирә. Бөгөн беҙ өсмөйөш бәлештәр әҙерләйек. 

Тауыҡ итенән бәлеш
Тауыҡ итенән бәлеш

Бындай бәлеш (курник) әҙерләү өсөн 550-660 грамм тауыҡ итенең түш өлөшө, өс-дүрт картуф, бер баш һуған, самалап ҡара борос, ҡамыр өсөн 100 грамм аҡ май, ике йомортҡа, 200 миллилитр кефир, бер аш ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс, 550 грамм он, бер сәй ҡалағы тоҙ кәрәк. Башта һауытта аҡ майға он ҡушып әүәләйбеҙ. Уға ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ өҫтәйбеҙ. Артабан йомортҡа, кефир ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. (Йомортҡаның бер өлөшөн ҡамыр өҫтөнә һөртөр өсөн ҡалдырабыҙ). Әҙер ҡамырҙы полиэтиленға урап, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан эслеккә тотонабыҙ. Тауыҡтың түш итен, картуфты, һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа тоҙ, борос ҡушып бутайбыҙ.  Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, тигеҙ киҫәктәргә бүлеп йәйәбеҙ. Уның уртаһына эслекте һалып, өсмөйөш формаһында йәбештереп сығабыҙ. Бешкән ваҡытта боҫ сыҡһын өсөн бәлештәрҙең уртаһында тишек ҡалдырабыҙ. Форманы майлап, ризыҡты теҙәбеҙ ҙә ҡалған йомортҡаға май, һөт ҡушып, өҫтөнә һөртәбеҙ. Мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 40-45 минут тирәһе бешерәбеҙ. Киске ашығыҙ тәмле булһын!

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: