Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
16 Май 2022, 12:30

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Ауыҙҙа иреп торған алма бәлеше Был бәлеште бешереү өсөн 4-5 алма, 180 гр он, 2 йомортҡа һарыһы, 140 гр шәкәр, 50 гр аҡ май, 125 мл һөт, 4 гр аш содаһы кәрәк буласаҡ. Йомортҡаның һарыларын шәкәрҙең яртыһы менән ағарғансы туҡыйбыҙ. Майҙы иретеп, икегә бәләбеҙ. Уның тәүге яртыһына йомортҡа һарыһы, һөт ҡушабыҙ. Унда он, аш содаһы йәки ҡамыр көпшәкләндергес, бер аҙ тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Табаға уны йәйеп һалабыҙ, туралған алманы өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡалған майҙы алма өҫтөнә ағыҙабыҙ, шәкәр һибәбеҙ. 180 градуслы духовкала йәки мейестә 30-35 минут бешереп алабыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, өҫтәлдәрегеҙ ризыҡтарҙан һығылып торһон!

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Ауыҙҙа иреп торған алма бәлеше

Был бәлеште бешереү өсөн 4-5 алма, 180 гр он, 2 йомортҡа һарыһы, 140 гр шәкәр, 50 гр аҡ май, 125 мл һөт, 4 гр аш содаһы кәрәк буласаҡ.

Йомортҡаның һарыларын шәкәрҙең яртыһы менән ағарғансы туҡыйбыҙ. Майҙы иретеп, икегә бәләбеҙ. Уның тәүге яртыһына йомортҡа һарыһы, һөт ҡушабыҙ. Унда он, аш содаһы йәки ҡамыр көпшәкләндергес, бер аҙ тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Табаға уны йәйеп һалабыҙ, туралған алманы өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡалған майҙы алма өҫтөнә ағыҙабыҙ, шәкәр һибәбеҙ.
180 градуслы духовкала йәки мейестә 30-35 минут бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, өҫтәлдәрегеҙ ризыҡтарҙан һығылып торһон!

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: