Ҡыҙыл ҡарағатығыҙ бештеме?
Төркөмдәшебеҙ һорауы буйынса, ҡыҙыл ҡарағаттан желе эшләүҙең бер нисә ысулын бирәбеҙ.
1-се ысул:
1 кг ҡыҙыл ҡарағатҡа 1 кг шәкәр кәрәк.
Ҡарағатты йыуып, өҫтөнә бер кг шәкәр һалып, һуты сыҡҡансы 1-2 сәғәт ултыртып торорға. Һуңынан 8-10 минут ҡайнатырға, дуршлагҡа һалып иҙергә һәм банкаларға тултырырға.
2-се ысул:
Ҡарағатты йыуып киптерәбеҙ, һыуы ҡалмаһын. Унан эмаль йәки “нержавейка” һауытҡа һалып ағас ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Һәм утҡа ҡуйып, ҡайнарлап алабыҙ. Ҡайнатып сығармайбыҙ, әҙерәк йомшарғас та һүндерәбеҙ.
Һыуынғас, ваҡ тишекле иләктән һөҙәбеҙ һәм 1 килограмм пюреға 1,5-1,8 килограмм шәкәрҙең яртыһын һалып, төҫө китмәҫлек итеп 1-2 минут ҡына ҡайнатып алабыҙ. Һүндергәс ҡалған шәкәрҙе һалып, яҡшылап болғатабыҙ.