Эш барышы: йәш ҡыярҙарҙы шаҡмаҡлап, һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға. Кишерҙе эре ҡырғыста ҡырырға, помидорҙы өлөштәргә турарға йәки ит турағыс аша үткәрергә. Арпа ярмаһын йыуырға. Помидорҙы әҙерләй торған һауытҡа һалырға, һыу, тоҙ, шәкәр, майҙы һалырға. Унан ҡыяр, һуған, кишер һәм арпаны һалып болғатырға ла ҡайнап сыҡҡандан 20 минут бешерергә. Күрһәтелгән ваҡыт үткәс һеркә һалырға һәм тағы ла 10 мин бешерергә.
Ҡайнар килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға. Банкаларҙы баштүбән әйләндерергә, мотлаҡ йылы сыҡмаҫлыҡ итеп урарға һәм шул килеш һыуынғансы ҡалдырырға.
Бына һеҙгә ҡышҡылыҡҡа әҙер ризыҡ!