Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
11 Август 2022, 15:50

Ҡышҡылыҡҡа борщ заправкаһы

Йәтеш – банканы астың һәм ярты сәғәттән борщ әҙер ҙә! Вегетарианса ла, һурпала ла бешерергә мөмкин. Теләгәндәр тушенка менән дә ашай ала. Уның өсөн 3 кг сөгөлдөр; берәр кг кишер, татлы борос, помидор;  3 аш ҡалағы тоҙ;  берәр стакан шәкәр, үҫемлек майы; 125 мл 9%-лы һеркә әҙерләйбеҙ. Быларҙа 0,5 литрлыҡ 12 банка сығасаҡ. Эш барышы сайтта.

Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуырға, таҙартырға. Артабан ҙур һауытҡа түбәндәгесә ҡатлап һалабыҙ: ярым йә дүрткә түңәрәкләп туралған һуған; эре ҡырғыста йә корейса үткәрелгән сөгөлдөр, кишер; боросто – нәҙек һалам итеп, ә помидорҙы ярым түңәрәк итеп турап һалырға. Тоҙ, шәкәр, һеркә, майҙы һалып, барыһын бергә болғарға ла талғын ғына утҡа ҡуйырға. Һут бүленеп сыҡҡас, утты көсәйтергә һәм 25 минут бешерергә.

Унан эҫе килеш банкаларға һалып ябырға ғына ҡала.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: