

Маринад ҡайнап сыҡҡас та 2 кг ташҡабаҡ һалып, 10 мин бешерәбеҙ. Унан 1 кг баклажан өҫтәп, йәнә 5 минут ҡайнатабыҙ. 1 кг борос һалабыҙ. 10 минут ҡайнатҡас, 1 кг томат һалып, тағы ла 5 минут бешерәбеҙ. 0,8 стакан аш һеркәһе, 6 теш һарымһаҡ , йәшел тәмләткестәр һалғас, йәнә 5 минут ҡайнатып алһаҡ - ризығыбыҙ әҙер тиергә лә була. Уны стериль банкаларға һалып, ябабыҙ ҙа, юрған менән ябып, бер тәүлеккә ҡалдырабыҙ. Быларҙан 0,7 л 10 банка сығасаҡ.
Әҙерләп ҡарағыҙ әле, үкенмәҫһегеҙ!