Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
13 Август 2022, 15:39

Ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан аджика

Ташҡабаҡтың өлгөргән мәле. Нимә эшләтергә белмәһәгеҙ, аджика эшләп ҡарағыҙ. Кәрәк: 3 кг ташҡабаҡ, 1,5 кг помидор, 500 г кишер, 500 г татлы борос, 5 баш һарымһаҡ, 2,5 аш ҡалағы төйөлгән әсе ҡыҙыл борос, 100 г шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 мл шыйыҡ май, 2 аш ҡалағы 9% һеркә.

Ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан аджика
Ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан аджика

Бөтә йәшелсәләрҙе лә (һарымһаҡтан тыш)ит турағыстан үткәреп, бергә бутарға ла тоҙ, шәкәр, шыйыҡ май ҡушып  30 минут тирәһе  бешерергә. Ит турағыстан үткәрелгән һарымһаҡ,' төйөлгән әсе ҡыҙыл борос һалып тағы ла 10 мтнут бешерергә.  Аҙаҡтан һеркә өҫтәп яҡшылап бутап стерилләнгән банкаларға һалырға һәм тимер ҡапҡастар менән ябып ҡуйырға. 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: