Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
15 Август 2022, 17:23

Ҡышҡылыҡҡа ҡыҙҙырылған борос

1 литр банкаға кәрәк: 15-20 ҙур булмаған борос; 2 тырнаҡ һарымһаҡ; 4 аш ҡалағы үҫемлек майы; 2 аш ҡалағы шәкәр; 1 сәй ҡалағы тоҙ; 4 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә. Эш барышы сайтта бирелгән.

 

1.Боросто таҙартып, йыуып киптерергә. Табала майҙы ҡыҙҙырырға, боростарҙы ике яҡлап ҡыҙҙырып алырға.

  1. Һарымһаҡты пресс аша сығарып, һеркә, тоҙ, шәкәр ҡушып болғарға.
  2. Әҙер боросто эҫе килеш стерилләнгән банкаларға, һәр береһен сәнске менән тишеп, һалырға һәм маринадты ҡойорға , боросҡа өҫтөнә борсотар ҡыҙҙырылған майҙы һалырға. Стерилле ҡапҡастар менән ябып, баштүбән әйләндерергә, өҫтөн одеал менән ҡаплап, һыуытҡансы тоторға.
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: