Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
23 Август 2022, 18:50

Ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан һәм ҡыҙыл сөгөлдөрҙән салат

Ингредиенттар: 3 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 3 кг ташҡабаҡ, 1,5 кг һуған, 3 аш ҡалағы тоҙ, 300 г шәкәр ҡомо, 100 мг  9% уксус, 0,5 ст шыйыҡ май.

Ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан һәм ҡыҙыл сөгөлдөрҙән салат
Ҡышҡылыҡҡа ташҡабаҡтан һәм ҡыҙыл сөгөлдөрҙән салат

Әҙерләнеше:

Тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартылған ташҡабаҡты, тышы әрселгән сөгөлдәрҙө эре ҡырғыстан ыуғас, ярымтүңәрәуләп туралған һуған, тоҙ, май, шәкәр, уксус  ҡушып болғатабыҙ ҙа 30 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Һуңынан ошо массаны 40 минут быҡтырып алғас стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ ҙа, банкаларҙы әйләндереп ҡуйып юрған аҫтында һыуынғансы тотабыҙ.

Ҡышҡыһын был салат ҡурылған йәки бешкән картуф менән шәп буласаҡ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: