Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
28 Август 2022, 15:45

Ташҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма

Ташҡабаҡ баҡсалағы иң күп уңыш биргән йәшелсәләрҙең береһе. Салаттар яһап, тоҙлап арып бөтһәгеҙ ташҡабаҡ һәм лимондан ҡайнатма эшләп ҡарағыҙ.  Кәрәк: 1 кг ташҡабаҡ,  1 ҙур лимон, 800 г шәкәр ҡомо.

Ташҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма
Ташҡабаҡтан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма

Ташҡабаҡты тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартып ваҡлап шаҡмаҡлап турайбыҙ, лимонды тышы менән ҡуша ҡырғыстан ҡырып ташҡабаҡҡа ҡушабыҙ ҙа шәкәр ҡомон алып болғатабыҙ.

Ошо массаны төнгөлөккә шәкәр иреп бөткәнсе ҡуйып торабыҙ.

Иртән утҡа ҡуйып ҡайнатып сығарғас 5 минут уртаса утта тотабыҙ  ҙа, һүндерәбеҙ.

улыһынса һыуынғас, тағы ла утҡа ҡуйып 35-40 минут тирәһе ҡайнатабыҙ.

Ҡайнатма әҙер! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: