Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу/Рецепты
28 Август 2022, 10:55

Йәшел помидорҙан салат

Помидорҙарығыҙ бешмәй аптыратһа йәшел килеш салат эшләп ҡарағыҙ. Кәрәк була: 3 кг йәшел помидор, өлөштәргә бүлергә; 1 кг кишер (эре ҡырғыс аша ҡырырға); 1 кг һуған (ярым түңәрәктәргә ҡырҡырға); 100 грамм тоҙ; 400 грамм көнбағыш майы; 300 грамм шәкәр ҡомо; 150 грамм аш һеркәһе; 1 сәй ҡалағы ҡара борос; 5-6 лавр япрағы.

Йәшел помидорҙан салат
Йәшел помидорҙан салат

Әҙерләү:

Барлыҡ йәшелсәләрҙе бергә ҡушып тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы һәм тәмләткнстәр һалы болғатабыҙ ҙа 2-3 сәғәткә һут бүлегеп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ.

Артабан утҡа ҡуйып ҡайнатабыҙ, ҡайнап сыҡҡандан һуң теүәл 5 минут бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастарын ябырға ла баш түбән әйләндереп ҡуйып, өҫтөн юрған менән ҡаплап һыуынғансы тоторға.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: