Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
29 Август 2022, 17:05

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡтан салат

Ошо рецепт буйынса ҡышҡылыҡҡа маринадланған ҡабаҡтарҙы эшләп ҡарағыҙ. Был ҡабаҡ салаты бик тәмле ҡабымлыҡ буласаҡ. Белмәгән кеше уны, бәшмәктән эшләнгән тип уйлаясаҡ.

Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡтан салат
Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡтан салат

Бының өсөн кәрәк: ҡабаҡ-1,5 кг, әсе борос-1 бөртөк, әнис-0,25гр, петрушка-0,25 гр, һарымһаҡ-3-4 теш, үҫемлек майы-120 мл, аш һеркәһе 9%-120мл, шәкәр-3 аш ҡалағы, тоҙ-1 аш ҡалағы, ыуылған ҡара борос-1 сәй ҡалағы.

Әҙерләү ысулы: иң башта ҡабаҡтарҙы яҡшылап йыуырға һәм тышы менән бергә ныҡ йоҡа итмәй генә турарға. Уның өҫтөнә преслап баҫтырылған һарымһаҡ, тоҙ, борос, шәкәр, май ҡушып болғатырға. Артабан орлоҡтары алынып, балдаҡлап ҡырҡылған әсе боросто, ваҡ итеп туралған әнис менән укропты һалып, аш һеркәһе ҡушып бутайбыҙ. 3 сәғәткә шул көйө ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан маринадланған ҡабаҡтарҙы банкаларға тултырып, ҡапҡастарын һалып 7-8 минут стерилләгәндән һуң, нығытып ябып, һыуынғанға тиклем түңкәреп ҡуябыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: