Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
1 Сентябрь 2022, 12:45

Тауыҡ итенән бәлеш

Тауыҡ итенән бәлеш Тауыҡ итен төрлөләндереп бешерергә теләһәгеҙ был рецепт тап һеҙҙең өсөн. Ингредиенттар: 300 гр тауыҡтың аҡ ите, 2 йомортҡа, 150 мл һөт, 50 гр һоло оно, (булмаһа,бойҙай оно ла бара), 0,5 сәй ҡалағы разрыхлитель, 50 гр ҡаты сыр, тәмләткестәр (итальян үләндәре), тәменсә тоҙ.

Тауыҡ итенән бәлеш
Тауыҡ итенән бәлеш

Тауыҡ итенән бәлеш

Тауыҡ итен төрлөләндереп бешерергә теләһәгеҙ был рецепт тап һеҙҙең өсөн.

Ингредиенттар:

300 гр тауыҡтың аҡ ите,

2 йомортҡа,

150 мл һөт,

50 гр һоло оно, (булмаһа,бойҙай оно ла бара),

0,5 сәй ҡалағы разрыхлитель,

50 гр ҡаты сыр,

тәмләткестәр (итальян үләндәре),

тәменсә тоҙ.

Тауыҡ итен һыуҙа бешереп алабыҙ. Һөт, йомортҡа һәм тоҙҙо бергә ҡушып туҡыйбыҙ ҙа, тәмләткестәр, он, разрыхлитель ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Бешкән тауыҡ итен турап, сырҙы ҡырғыстан үткәреп ҡушабыҙ ҙа майлы табаға һалып, газ мейесендә 200 градуста 30-45 минут бешереп алабыҙ.

 Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: