Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
1 Сентябрь 2022, 14:55

Ҡышҡылыҡҡа грекса салат

Ҡышҡылыҡҡа грекса салат  Иң файҙалы йәшелсәләрҙән һәм фасолдән йәйҙең тәмен  һаҡлаған салат эшләйек, ҡыҙҙар! Кәрәк: 1 кг фасоль, 1 кг һуған, 0,5 кг кишер, 0,5 кг татлы борос, 2 кг помидор, 0,5 ст шәкәр ҡомо, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 250 мл шыйыҡ май, тәменсә әсе борос, 3 баш һарымһаҡ, 1 сәй ҡалағы 70% уксус эссенцияһы.

Ҡышҡылыҡҡа грекса салат
Ҡышҡылыҡҡа грекса салат

Әҙерләү:

Фасолде йыуып әҙер булғансы бешерергә. Һуғанды ярым түңәрәкләп, кишерҙе һаламлап, йә ярым түңәрәкләп турап икеһен бергә майҙа алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алабыҙ.

Помидор һәм таҙартылған боросто уртаса шаҡмаҡлап турап ҡаҙанға һуған һәм кишер менән ҡушып һалырға ла тоҙ, шәкәр, ҡалған шыйыҡ майҙы һалып  15 минут тирәһе ҡайнатырға.

Артабан фасолде өҫтәп тағы ла 10 минут бешерергә, ваҡ итеп туралған әсе боросто, һарымһаҡты һалып тағы ла 5 минут утта тотабыҙ ҙа стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ҡаплайбыҙ.

Баш түбән әйләндереп, юрған менән ҡаплап тулыһынса һыуынғансы тотабыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: