Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
8 Сентябрь 2022, 12:57

Духовкала эремсек һәм сыр менән лаваш

Духовкала эремсек һәм сыр менән лаваш  Кәрәк:-- Лаваш - 3 шт.- Һары май - 50 г.- Тоҙ, борос - тәменсә- Ҡаты сыр - 300 г.- Эремсек - 300 г.- Йомортҡа - 3 шт.- Укроп - бер-ике йәшел ботағы.


📖 Кәрәк:-
- Лаваш - 3 шт.
- Һары май - 50 г.
- Тоҙ, борос - тәменсә
- Ҡаты сыр - 300 г.
- Эремсек - 300 г.
- Йомортҡа - 3 шт.
- Укроп - бер-ике йәшел ботағы.

🧑🏻🍳 Әҙерлек:

1. Сырҙы эре ҡырғыста үткәрергә. Укропты йыуырға, турарға.
2. Эремсек, сыр, йомортҡа, укропты ҡушырға һәм тоҙ, борос һибергә.
3. Лаваштың һәр битенә тигеҙләп эслекте һалырға.
4. Лавашты рулет итеп төрөргә.
5. 4 см бейеклегендәге өлөштәргә телергә. Шул уҡ эште икенсе лаваш менән дә эшләйбеҙ.
6. Пергамент ҡағыҙы түшәлгән формаға ҡырҡылған яғын өҫкә ҡаратып ҡуйырға. Өҫтөнә һары май һалып сығабыҙ. 180 гр ҡыҙҙырылған духовкаға 25-30 минутҡа ҡуйып алабыҙ. 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: