Кәрәк: 3 кг помидор, 0,5 кг алма, 0,25 кг һуған.
Бөтәһен дә турарға һәм һуған йомшарғансы бешерергә. Блендерҙе иҙергә һәәм үҙегеҙ теләгән ҡуйылыҡҡа тиклем бешерергә. Мин 50 минут бешерҙем. Бешереп бөтөр алдынан 1,5 аш ҡ. тоҙ, 1,5 стакан шәкәр һалып болғатабыҙ ҙа, ҡара һәм ҡыҙыл боросто тәменсә, 50 гр алма һеркәһен өҫтәп, эҫе килеш стерилле банкаларға тултырабыҙ һәм ябып ҡуябыҙ.
Кемдәр теләй болгар боросо йә һарымһаҡ өҫтәй ала, шулай уҡ помидорҙың тышын таҙартып та эшләргә була.