Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
9 Сентябрь 2022, 18:50

Ҡышҡылыҡҡа "Глобус" салатын әҙерләйбеҙ

Салат өсөн кәрәк: 2 кг помидор, 1 кг баклажан, 1 кг татлы борос, яртышар кг һуған һәм кишер.

Ҡышҡылыҡҡа "Глобус" салатын әҙерләйбеҙ
Ҡышҡылыҡҡа "Глобус" салатын әҙерләйбеҙ

 Тәмләткестәрҙән 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 200 г үҫемлек майы, 100 г 6 процентлы аш һеркәһе кәрәк булыр.

Помидорҙарҙы — ҙур булмаған өлөштәргә, баклажан, һуған һәм кишерҙе эрерәк киҫәктәргә турайбыҙ. Ҡаҙанға башта кишер кишер менән һуғанды, һуңынан баклажанды һәм иң өҫкә помидорҙы һалабыҙ. Аҙаҡтан тәмләткестәрҙе һалып ҡапҡас аҫтында 35-40 минут талғын утта бешерәбеҙ.

Бешеп бөтөүгә 5 минут ҡалғас аш һеркәһен өҫтәп салатты болғатабыҙ. Стерилләштергән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ. Баклажан әсе булмаһын тиһәгеҙ, турағас тоҙло һыуға 10-15 минутҡа һалып тороғоҙ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: