Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
13 Сентябрь 2022, 12:45

Клярҙа ҡыҙҙырылған тауыҡ ите

Клярҙа ҡыҙҙырылған тауыҡ ите Кәрәк: 600 г тауыҡтың түш ите, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы он, 1 аш ҡалағы лимон һуты, петрушка йәшеллеге, тоҙ, борос, карри тәмләткесе, сыр (теләк буйынса).

Клярҙа ҡыҙҙырылған тауыҡ ите
Клярҙа ҡыҙҙырылған тауыҡ ите

 

Әҙерләнеше:

Тауыҡ түшкәһен киҫәкләп ҡырҡып сығабыҙ ҙа тоҙ, карри һөртөп һалып торабыҙ.

Кляр өсөн 3 йомортҡаға тәменсә тоҙ, борос, лимон һуты, петрушка йәшеллеге, ҡырғыстан ҡырылған сыр (теләк буйынса)  ҡушып туҡыйбыҙ ҙа он һалып төйөрҙәре булмаҫлыҡ итеп бутайбыҙ.

Тауыҡ итен кляр өҫтөнә һалып болғатабыҙ ҙа 30-40 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан майлы табала  уртаса утта ике яҡлап самалап 5 минут тирәһе ҡыҙҙырып алабыҙ.

Тиҙ ҙә, тәмле лә ризыҡ әҙер!

Аштарығыҙ тәмле булһын!  

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: