Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
20 Сентябрь 2022, 16:12

Сливанан аджика эшләгәнегеҙ бармы?

Сливанан аджика  ит менән бигерәк тәмле була!  Ингредиенттар: слива - 2 кг, һарымһаҡ - 200 г, шәкәр - 200 г, әсе ҡыҙыл борос - 3-4 шт,  томат пастаһы - 2 аш ҡ., тоҙ - 2 аш ҡ..

-Банкаларҙы һәм ҡапҡастарҙы стерилләргә

 -Сливаны матур итеп йыуырға һәм һөйәктәренән таҙаларға.
  -Әсе боросто йыуып, ҡойроғон ҡырҡып алырға.
  -Һарымһаҡты таҙаларға.

- Ит үткәргестән слива, һарымһаҡ һәм әсе боросто үткәрергә, бергә ҡушырға. Шәкәр, томат пастаһы һәм тоҙҙо өҫтәргә. Болғап утҡа ҡуйырға, 20 минут болғай-болғай бешерергә.
- Әҙер аджиканы стерилле банкаларға һалырға, ябырға, баштүбән әйләндереп, йылы одеал менән ҡаплап ҡуйырға.
Аджика әҙер!
 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: