Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
24 Сентябрь 2022, 16:50

“Кубань” соусы

Был соусты әҙерләү өсөн 1,5 кг помидор, 2 һуған, 5 һарымһаҡ теше, 3 бөртөк ҡәнәфер, 8 бөртөк ҡара борос, 2 сәй ҡалағы тоҙ, 3 сәй ҡалағы шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы корица, 2 аш ҡалағы 9 процентлы һеркә алабыҙ. Әҙерлек барышы сайтта килтерелгән.

Помидор менән һуғанды ит турағыс аша үткәреп, тоҙ, шәкәр, пресс аша сығарылған һарымһаҡты, боросто, корица, ҡәнәферҙе ҡушып, болғатабыҙ. Талғын утта 20-25 минут бешергәс, һеркә һалып болғатырға. Ҡаайнау хәленә еткерергә лә шунда уҡ стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастар менән ябырға. Баштүбән әйләндереп, йылы сыҡмаҫлыҡ итеп ҡаплап, һыуынғансы тоторға. Соусты баҙҙа һаҡларға.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: