Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
28 Сентябрь 2022, 11:12

Бик тәмле булочка рецебы!

Ҡамыры шәәәп! Башҡа төрлө булчокалар өсөн дә бара. Ҡамыр өсөн кәрәк:  он - 525 гр, һөт - 310 гр, слив. май - 60 гр, сөпрә (ҡоро) - 8 гр, йомортҡа - 1-2, тоҙ - 5 гр, шәкәр ҡомо - 50 гр. Эслек өсөн: слив. май - 80 гр(йомшаҡ), шәкәр пудраһы - 150 гр, корица - 10-15 гр. Өҫтөнә: ҡуйы ҡаймаҡ - 450 гр, шәкәр пудраһы - 150 гр, әҙерәк ванилле шәкәр.

һөткә сөпрәне һалып ебетәбеҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡа, иләнгән ондо ҡушабыҙ. 3-5 минут болғатабыҙ һәм тоҙ һалып тағын болғатып алабыҙ. Йомшаҡ майҙы һалып баҫабыҙ. Ҙурыраҡ һауытты майлап ҡамырҙы шунда 90 минутҡа урынлаштырабыҙ. Ваҡыт үткәс тактаға һалабыҙ һәм ҡырыйҙарынан уртаға бөкләп, әҙерәк иҙгеләп алабыҙ ҡамырҙы. Артыҡ углекислый газды сығарыу өсөн.

Тағын 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Эслек: йомшаҡ май+ корица+шәкәр ҡомо. Ҡамырҙы йәйеп өҫтөнә эслекте һылайбыҙ. Рулетты төрәбеҙ. 12-гә бүләбеҙ. Формала 20 мин ҡабартабыҙ. 180 градуста 20-25 минут бешә. Өҫтөнә ҡаймаҡ+шәкәр ҡомо+ванилле шәкәр ҡомо ағыҙабыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: