Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
13 Октябрь 2022, 11:40

Янним

КӘРӘК: 500 г таҙартылған һарымһаҡ, 500 г әсе борос, 100 г тоҙ.  

 Йәшелсәләрҙе ит үткәргес аша сығарабыҙ, тоҙ һалып яҡшылап болғатҡас, стерилләнгән банкаларға ҡойоп, ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы ныҡ тултырырға ярамай.


Был тәмләткес иммунитетты ла нығыта, организмдағы төрлө зарарлы бактерияларҙы ла үлтерә, холестеринды бөтөрә. Тоҙ күп  һалып эшләнгәнгә күрә, был тәмләткес йылдар буйы үҙ тәмен юғалтмай, боҙолмай һаҡлана.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: