Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
19 Октябрь 2022, 12:40

Мультиваркала эремсектән тәмлекәс

Аш-һыу бүлмәһендә хәҙер ниндәй генә ҡоролмалар юҡ - электр ит тарҡыстары, комбайндар, миксерҙар, мультиваркалар. Хужабикәләрҙең ваҡыттары тығыҙ саҡта был ярҙамсылар ярап ҡала ла инде. Әйҙәгеҙ мультиваркала эремсекле запеканка бешереп яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ.

Мультиваркала эремсектән тәмлекәс
Мультиваркала эремсектән тәмлекәс

 

Аш-һыу бүлмәһендә хәҙер ниндәй генә ҡоролмалар юҡ - электр ит тарҡыстары, комбайндар, миксерҙар, мультиваркалар. Хужабикәләрҙең ваҡыттары тығыҙ саҡта был ярҙамсылар ярап ҡала ла инде.

Әйҙәгеҙ мультиваркала эремсекле запеканка бешереп яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ.

Ингредиенттар:

1 кг эремсек,

2 йомортҡа,

150 г шәкәр ҡомо,

50 г аҡ май,

50 г манный ярмаһы,

самалап тоҙ,

разрыхлитель 0,5 сәй ҡалағы.

Йомортҡа менән шәкәрҙе күперткәнсе ныҡлап туҡырға, эремсекте, разрыхлителде, иретелгән аҡ майҙы ҡушып болғатабыҙ ҙа мултиварка кәстрүлен майлап, әҙер массаны шунда һалабыҙ. Теләк буйынса йөҙөм, күрәгә, сейә йәки башҡа төрлө емеш-еләк тә өҫтәргә мөмкин.

Артабан “Выпечка” режимында 45 минут бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: