Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
13 Ноябрь 2022, 18:45

"Изабелла" салаты

Ингредиенттар: 2 ыҫланған тауыҡ бото, 5 бешкән йомортҡа, 500 г шампиньон бәшмәге, 2 баш уртаса ҙурлыҡтағы һуған, 3 тоҙло ҡыяр, 200 г тирәһе корейса кишер.

"Изабелла" салаты
"Изабелла" салаты

 

Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ ҙә шаҡмаҡлап турайбыҙ.

Шампиньондарҙы ваҡлап турап шыйыҡ майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ, һуғанды ла турап майҙа йомшарғансы ҡыҙҙырабыҙ.

Ыҫланған тауыҡ ботон һәм тоҙло ҡыярҙы ла шаҡмаҡлап турайбыҙ.

Салатыбыҙ ҡатлы буласаҡ.

Беренсе ҡатҡа ыҫланған тауыҡ ите, икенсеһенә ҡыҙҙырылған бәшмәк, артабан һуған, йомортҡа, тоҙло ҡыяр һәм корейса кишер һалына.

Һәр бер ҡатҡа майонез һылайбыҙ, корейса кишер өҫтөнә генә майонез яғырға кәрәкмәй.

Салаттың өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп ҡуйырға була, мәҫәлән, йәшел тәмләткес үләндәр һәм консерваланған зәйтүн емеше менән.

Табындарығыҙ йәмле булһын!

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: