Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
18 Ноябрь 2022, 12:45

"Наполеон" торты

Был тортты бешереп, крем һылап ҡуйғас, һыуытҡыста 4-5 сәғәт тирәһе тотор кәрәк. 

"Наполеон" торты
"Наполеон" торты

Ҡамыр өсөн кәрәк:

160 мл ныҡ һыуыҡ һыу,

3 йомортҡа һарыһы,

2 аш ҡалағы 9% аш һеркәһе (алма һеркәһе лә ярай),

480-500 г он,

280 г аҡ май.

Крем өсөн:

1 л һөт,

300 г шәкәр ҡомо,

5 аш ҡалағы он,

тәменсә ванилин,

2 йомортҡа һарыһы.

Әҙерләнеше:

Йомортҡа һарыларын һыуыҡ һыу һәм аш һеркәһе менән яҡшылап болғатабыҙ. Артабан һыуытҡыстан алынған аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә он менән бергә ҡул менән болғатабыҙ.  Һуңынан йомортҡалы шыйыҡсаны ҡушып тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ, түңәрәк хасил итеп ҡуябыҙ. Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа бер сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Былай әҙер ҡамыр һыуытҡыста ике көн һаҡлана ала.

Һыуытҡыстан алынған ҡамырҙы 10 өлөшкә бүлеп 25-26 см диаетрҙағы  йоҡа ғына йәймәләр йәйәбеҙ. Йәймәләрҙе алдан йылытып ҡуйылған газ мейесендә 190 градуста 5-6 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

Крем өсөн тәғәйенләнгән ингредиенттарҙы бергә ҡушып ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Тик иғтибарлы булығыҙ, көйөп ҡуймаһын өсөн гел генә болғатып торорға кәрәк. 300 г аҡ май менән 100 г ҡуйыртылған һөт ҡушып ағарғансы туҡыйбыҙ ҙа, һыуынған массаға ҡушып болғатабыҙ.

Иң аҙаҡ һәр бер йәймә араһына крем һылап, тортты йыйырға ғына ҡала. Өҫтөнә корж валсыҡтары һибеп биҙәп ҡуябыҙ ҙа, 4-5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: