


"Бер литр тирәһе һөт йә кефир (бөгөн уларҙы бутаным), бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡтан күберәк сода, ярты стакан тирәһе үҫемлек майы, бер ике- өс ҡалаҡ аҡ май (һары май), он. Ҡамыр баҫабыҙ. Һалҡынға ҡуйып торабыҙ.
Эслеккә дүрт-биш алма, бер ус йөҙөм, бер ҡуш ус балан әҙерләнем. Ҡамырҙы йәйеп табаға һалғас, башта алма һалдым, шунан йөҙөм һиптем, шунан балан менән матурланым. Өҫтөнән бер ике ҡалаҡтай ғына шәкәр ҡомо, унан һуң саҡ ҡына он һиптем. Шунан өҫтөн матурлап ябып, мейескә оҙаттым. Яп-ябай, үҙебеҙсә. Йомортҡа ла, дрожжи ҙа һалманым."
Сығанаҡ: https://vk.com/tamarayuldash?w=wall59616628_13216
