Аш-һыу Рецепты
10 Август 2023, 07:54

БИК ТӘМЛЕ һәм ЕҢЕЛ ӘҘЕРЛӘНГӘН ТОРТ

.

✅КӘРӘК:

Коржға:
1 ҙур булмаған кишер;
1 йомортҡа;
3 аш ҡалағы һоло көрпәһе;
7 аш ҡ. һөт;
1/2 сәй ҡ. корица;
1/2 сәй ҡ. ҡабартҡыс;
1 аш ҡ. өймәләмә һалынған бал.  

✅ЭШ БАРЫШЫ:
Кишерҙе ваҡ теркала ҡырабыҙ. Бар ингредиенттарҙы ҡушабыҙ һәм микроволновкаға 6 минутҡа оҙатабыҙ. Унан һыуытабыҙ һәм коржды 4 өлөшкә бүләбеҙ. 

 КРЕМ: 
Йомшаҡ эремсек 300 г
күрәгә/ҡара йөҙөм/йөҙөм тәменсә;
Кипкән емештәрҙе ваҡ ҡына итеп турап, эремсек менән бутайбыҙ - крем әҙер!  
Теҙәбеҙ: коpж-крeм-корж-кpeм-корж-крeм
Теләгәндәр кремды тыш яҡлап та һөртә ала. Өҫтөн теләгәнсә биҙәп, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. 
 
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас