

Төҫлө кәбеҫтәнең тәме лә, төҫө лә матур килеш ҡалһын өсөн уны сайҡарға, бүлкәттәренән айырырға, ике-өс минут эҫе, тоҙло һыуҙа тотоп алырға. Шунан тиҙ генә һалҡын һыуға һалығыҙ. Артабан һыуын түгеп, бер аҙ ҡороғанын көтөгөҙ ҙә, пакеттарға тултырып, туңдырғысҡа ҡуйығыҙ.
Сөгөлдөр менән кишерҙе шаҡмаҡлап турарға йәки эре ҡырғыста ҡырып туңдырырға мөмкин.
Татлы боросто ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалыр алдынан орлоҡтарын таҙартып ҡуйыу мотлаҡ. Шулай иткәндә, төрлө эслектәр һалып бешереп буласаҡ. Күп урын алып тормаһын өсөн боростарҙы бер-береһенең эсенә лә кейҙереп ҡуйырға мөмкин. Ә инде башҡа ризыҡтар әҙерләү өсөн ваҡлап турап, һауыттарға тултырып туңдырырға ла ярай.
Помидорҙарҙың итлеләрен һәм тығыҙҙарын һайлағыҙ. Уларҙы түңәрәкләп ҡырҡырға мөмкин. Бер-береһенә йәбешеп туңмаһын тиһәгеҙ, башта бер ҡат ҡына итеп туңдырғысҡа теҙеп һалығыҙ. Шунан икенсе ҡатты ла туңдырып алғас, тоҡсайҙарға бергә тултырығыҙ. Шулай уҡ помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, шешәләргә тултырып та һаҡларға мөмкин.
Ташҡабаҡ, ҡыяр кеүек йәшелсәне лә ҡулса һымаҡ итеп турап йә ҡырғыстан үткәреп ҡуйығыҙ.
Һыуытҡысығыҙҙың туңдырғысы йәшелсәгеҙҙе бына тигән итеп һаҡлаһа, ҡыш өҫтәлдәрегеҙгә йәй һәм көҙ ҡунаҡҡа килер.