-17 °С
Болотло
Ингредиенттар:
1,5 кг. кәбеҫтә, 1 кг. бәшмәк, 150 г. томат пастаһы йәки 2 уртаса помидор, 100 г. башлы һуған, 200 г кишер, 4 лавр япрағы, 70 мл. шыйыҡ май., 35 мл. аш һеркәһе, 25 г. тоҙ, 25 г шәкәр.
Кәбеҫтәне оҙонсалап турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан үткәреп помидорҙы турап көнбағыш майы, самалап һыу ҡушып быҡтырырға ултыртабыҙ. Бәшмәкте таҙалап йыуабыҙ ҙа 20 минут бешереп алабыҙ. Һыуынғас турайбыҙ ҙа һуған менән бергә ҡушып ҡыҙҙырып алабыҙ. Артабан бөтәһен бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡас аш һеркәһе ҡушып яҡшылап бутайбыҙ. Аҙаҡтан стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ҡаплап, баш түбән әйләндереп төрөп ҡуябыҙ.