Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
30 Сентябрь 2023, 09:50

Ҡышҡылыҡҡа лечо

БОРОС-ПОМИДОРҘАРЫҒЫҘ ҠАЛДЫМЫ ӘЛЕ?!Улай булғас, ҡышҡылыҡҡа тәмлеее генә "ЛЕЧО" әҙерләйек әлеКӘРӘК:Борос - 5 кг;Помидор - 4 кг;Шәкәр - 1 стакан;Тоҙ - 2 аш ҡ. өйөп;Шыйыҡ май - 1 стакан;Уксус 9% - 2 аш ҡ..⠀

Ҡышҡылыҡҡа лечо
Ҡышҡылыҡҡа лечо

🌶БОРОС-🍅ПОМИДОРҘАРЫҒЫҘ ҠАЛДЫМЫ ӘЛЕ?!

Улай булғас, ҡышҡылыҡҡа тәмлеее генә "ЛЕЧО" әҙерләйек әле👇

✅КӘРӘК:
Борос - 5 кг;
Помидор - 4 кг;
Шәкәр - 1 стакан;
Тоҙ - 2 аш ҡ. өйөп;
Шыйыҡ май - 1 стакан;
Уксус 9% - 2 аш ҡ..

⚡ЭШ БАРЫШЫ:
Помидорҙарҙы иттартҡыстан үткәрергә, кәстрүлгә ҡойорға һәм ҡайнатырға.
Боростарҙы таҙартып, оҙонсалап эре итеп турайбыҙ.
Помидорға шәкәр, тоҙ һәм майҙы ҡойоп, ҡайнатыу хәленә еткерергә һәм боросто һалырға. Мөмкин ике һауытҡа бүлеп эшләргә.
Ипләп кенә болғарға.
15-20 минут болғай-болғай бешерәбеҙ.
Унан уксус һалып яҡшылап болғатабыҙ ҙа, стерилле банкаларға тултырабыҙ. Йылы одеал аҫтына түңкәреп ҡуябыҙ. Ошоларҙан барлығы 0,5 л ун банка сыға. 

 
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: