-6 °С
Болотло
Ингредиенттар: ҡабаҡ - 1 кг, күрәгә - 200 грамм, бер лимон, 500 г шәкәр ҡомо.
Ҡабаҡты ҡабығынан һәм орлоҡтарынан таҙартып, шакмаклап турайбыҙ ҙа, өҫтөнә һыу ағыҙып, бешерергә ҡуябыҙ. Һыу ҡабаҡты ҡапларлыҡ булһын.
Күрәгәне йыуып, өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып ебетергә ҡуябыҙ.
Кабак бешкәс, артыҡ һыуын һарҡытырға кәрәк. Күрәгәнекен дә. Икеһен бергә ҡушып, блендерҙа иҙәбеҙ.
Лимонды төштәренә таҙартып шулай уҡ блендерҙа үткәрәбеҙ.
барыхын бергә ҡушып шәкәр өҫтәп , утҡа бешерергә ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 25 минут бешерергә генә ҡала.
Әҙер повидлоны ҡоро банкаларға тултырып, ҡапҡастар ябып ҡуйырға ғына ҡала.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!