Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
27 Ноябрь 2023, 12:28

Алма торты

Алма тортын бешереү өсөн 1,5 стакан он, 200 гр майонез, 3 йомортҡа, 100 гр ҡаймаҡ, семтем сода, 5-6 татлы алма кәрәк. 

Алма торты
Алма торты

Йомортҡа һарыһын шәкәр ҡомо менән туҡыйбыҙ, майонез, ҡаймаҡ, сода ҡушабыҙ. Унан он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ. Тәрән эсле табаны майлайбыҙ, он һибәбеҙ, ҡамырҙы табаға һалып, уртаса ҡыҙыулыҡтағы газ мейесендә алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ. Ул арала алмаларҙың кабығын әрсейбеҙ, йоҡа телемләп ҡырҡабыҙ.

Айырым һауытта йомортҡа аҡтарын бер стакан шәкәр ҡомо менән күпертәбеҙ. Ҡамыр ҡыҙарып бешкәс, һаҡ ҡына мейестән алып, өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ. Күпертелгән йомортҡа ағын һалабыҙ һәм тағы ла мейескә оҙатабыҙ. Йомортҡа ағының өҫтө ҡыҙара башлап, ныҡлап кипкәс, тортты мейестән алабыҙ. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: