Кәрәк:
150 г тоҙло форель йә семга балығы;
3 мундир картуф;
250 г «Черри» помидоры;
100 г (5 штук) йәшел ҡыяҡлы һуған;
3 аш ҡалағы майонез;
тәменсә – тоҙ, онталған ҡара борос;
биҙәр өсөн йәшел укроп.
Эш барышы:
Картуфтың ҡабығын әрсеп - ваҡ шаҡмаҡтарға, йәшел һуғанды ваҡлап турайбыҙ.
200 г «Черри» помидорын дүрткә бүләбеҙ (ҡалғанын биҙәлеш өсөн ҡалдырабыҙ). Быларҙы барыһын да бер һауытҡа һалабыҙ.
Балыҡтың 2/3 өлөшөн шул уҡ һауытҡа һалабыҙ, ә ҡалған 1/3 өлөшөн биҙәлеш өсөн ҡалдырабыҙ. Тоҙ, борос, 2 ҡалаҡ майонез өҫтәп, туҡыйбыҙ.
Ҡырыйҙан асыла торған форманы ла, банканы ла пленка менән тарттырабыҙ. Банканы уртаға ҡуйып, сәнске менән форма ҡырҙарына салатты бушатабыҙ.
Банканы алып, яҫы төплө табаға салатты әйләндереп ҡуябыҙ. Салаттың өстөн яртылаш киҫелгән помидорҙар, ҡалған балыҡ киҫәктәре һәм укроп менән биҙәйбеҙ.
Целлофан пакетка 1 аш ҡалағы майонез һалып, мөйөшөн аз ғына киҫеп алабыҙ ҙа йоҡа ғына линиялар яһап, салат өҫтөн биҙәйбеҙ.