Ошондай формаларҙа 6 шт кекс өсөн 200 гр 9 %-лы эремсек, 150-шәр гр манный ярмаһы менән шәкәр, 2 йомортҡа, 5 гр разрыхлитель, берәр семтем тоҙ һәм ванилин, 70 гр ҡаймаҡ кәрәк.
Йомортҡаның ағы менән һарыһын айырабыҙ. Һарыһына шәкәр һалып, миксер менән ҡабартҡанса туғыйбыҙ. Шул массаға бүлмә температураһындағы ҡаймаҡты һалып, тағы болғатабыҙ. эремсекте иләк аша үткәреп, ҡаймаҡлы-йомортҡалы массаға өҫтәйбеҙ. Миксер менән бер тигеҙ булғансы туғыйбыҙ.
Ярма, разрыхлитель, ванилин өҫтәп, ҡалаҡ менән болғатабыҙ. Әҙер массаны манный әҙерәк ебегәнсә ҡалдырып торабыҙ.
Йомортҡа ағына әҙерәк тоҙ һибеп, оҙаҡ итеп туғыйбыҙ. Шунан әҙләп кенә ҡалаҡ менән әҙер массаға өҫтәй һәм болғай барабыҙ.
Духовканы 170-180 градусҡаса йылытабыҙ. Массаны формаларға һалып, мейескә ҡуябыҙ. 40-45 минуттан бешеп сығыр. Бешкәнлеген шырпы менән төртөп тикшереп ҡарағыҙ.
Әҙерме?! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!