Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
5 Февраль , 13:15

Гүзәл Итбаеванан ҠАМЫРҒА ТӨРӨЛГӘН ҠАҘ

“Интернетта тәмле-тәмле тултырылған ҡош-ҡорттар күреп, киленем менән экспериментировать итеп алдыҡ әле”, – ти Бикбау ауылында йәшәгән төркөмдәшебеҙ Гүзәл Урал ҡыҙы һәм һынап ҡараған рецебы менән бүлешә.

“Бер ҡаҙҙы иретеп, тоҙлап, аджика, иҙелгән һарымһаҡ, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр ҡушып, соевый соус, ҡаймаҡтан торған маринад менән тышын һөртөп, 4-5 сәғәткә ҡалдырабыҙ (интернетта бер тәүлеккә бер пачка тоҙ һалынған һыуҙа тоторға тип яҙалар, беҙ улайтып торманыҡ). Ваҡыт үткәс, ҡаҙҙың эсен үҙегеҙгә оҡшағанса тултырырға ( дөгө+ҡара емеш, курага, алма+ҡара емеш, картуф). Тоҙ, һыу менән генә туҡмасҡа йәйгән кеүек йоҡа ғына итеп бер йәйем йәймә йәйәбеҙ һәм ҡаҙҙы түше менән йәймәгә һалып төрәбеҙ. Ҡамыр арҡа яғында күп ҡалырға тейеш, листҡа һалғанда ҡаҙҙың түше өҫтә ятырға тейеш. 

Һәр кем үҙенең плитаһын үҙе көйләй инде, ә беҙ ике сәғәткә духовкаға 170-180 градусҡа ҡуйҙыҡ. 

Ҡаҙ ҡамыр эсендә шундай йомшаҡ булып бешә, ә майы ҡамырға һеңеп, кетерләп кенә тора. Бәлки күптәр бешерәлер ҙә инде, әммә беҙҙең өсөн бындай ысул менән бешереү яңылыҡ булды. Шуға ла рецепт менән бүлешкем килде. Белгәнде өйрәтәйек, ә белмәгәнде өйрәнәйек!”

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: