"Интернет донъябыҙҙы биләп алған мәлдә, өйҙә ултырып ҡына илдәр гиҙәбеҙ, онлайн дәрестәр алабыҙ, белемебеҙҙе үҫтерәбеҙ. Тик ыңғай яғын ғына күрһәң, бигерәк файҙалы был интернет тигән нимә. Үҙемә ҡалһа, интернеттан өйрәнеп, төрлө милләт ризыҡтарын бешерергә яратам.
Сираттағы ризыҡ - бүрәт халҡының милли ризығы бууза. Ғаиләмә бииик ныҡ оҡшаны. Бешереү процесы манты, хинкалиға оҡшаһа ла, тәме бөтөнләй икенсе, шул тиклем тәмле, һутлы, телеңде йоторлоҡ!
Шулай итеп, копилкаларыбыҙға тағы бер тәмле ризыҡ рецебы, дуҫтарым!
Буузаны бөрөп формаға килтереү беҙҙең ваҡ бәлештәргә оҡшаған. Әммә бүрәттәр уны үҙҙәренең тирмәләре менән сағыштыра. Буузаларҙың өҫкө өлөшөндә тишек ҡалдырыла. Формаһы буйынса, ысынлап та, тирмәне хәтерләтә, уның өҫтөндә лә төтөн сығыу өсөн тишек бар һәм күптәр бууза формаһын күсмә халыҡтың традицион йәшәү рәүешенә һылтанма тип иҫәпләй.
✅Бууза бешереүҙең үҙ нескәлектәре лә бар. Ҡамырын бөргән ваҡытта ҡатламдар күберәк булған һайын, уларҙы әҙерләгән хужабикәнең оҫталығы ла юғарыраҡ тип һанала. Ҡамырҙы бөргән саҡтағы 33 йыйырсыҡ иң юғары пилотаж тип иҫәпләнә.
Буузаны ашауҙың да үҙ тәртибе бар. Эсендә мул ғына һурпаһы булғанға күрә, ҡул менән тотоп, бер яғынан тешләп кенә һурпаһын эсәбеҙ. Именно бүрәттәр шулай итә, һәм бөтә фишкаһы ла шунда был ризыҡтың.
Бешерегеҙ, дуҫтарым, ашаған һайын бешерге килеп кенә тора", - тип үҙе һынаған аш-һыу әҙерләү сере менән бүлешә Бикбау ауылында йәшәгән гәзит уҡыусыбыҙ Гүзәл Урал ҡыҙы Итбаева.