Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
29 Февраль , 16:00

Ҡуллама

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ИҢ ҺЫЙЛЫ РИЗЫҠТАРЫНЫҢ БЕРЕҺЕн ӘҘЕРЛӘЙЕК

Ҡуллама бешереү өсөн 0,5 йомортҡа, 300 гр ит, 2 һуған, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2 кишер, 0,5 стакан он, 0,5 аш ҡалағы һыйыр майы кәрәк.

Ит, кишер һәм һуғанды һыу һалып 1 сәғәт ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас итте һурпанан алырға һәм телемләп турарға.

Он, йомортҡа, тоҙ һәм 2 аш ҡалағы һыу һалып ҡамыр баҫырға.

Йоҡа итеп ҡамыр йәйергә һәм ромб формаһында һалма киҫергә. Әҙер һалманы тоҙло һыуҙа 6-8 минут бешерергә. Һыуҙан алғас һыйыр майы менән болғатырға. Ҡалған кишерҙе 15 минут бешерергә һәм түңәрәкләп турарға.

Һуғанды түңәрәкләп турарға һәм 6 минут май һалынған табала ҡыҙҙырырға.

Табынға сығарғанда тәрилкәгә һалма, ит, кишер һалырға. Һурпа һалып, һуғанды өҫтөнә һибергә.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: