Урта Азия халыҡтарының ҡамыр аш-һыу төрөнә ҡараған самса - ғаиләмдең яратҡан ризыҡтарының береһе. Хәҙерге ваҡытта күптәр дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк биргән ваҡытта, был ҡамыр ашы - идеальный вариант!
Интернетта ҡатламлы (слоеное) ҡамырҙың рецептары бихисап, әммә ошо рецепт - яп-ябай һәм нныыыҡҡ тәмле!
Ҡамыр:
Он, йылымыс һыу, тоҙ. Ҡамыр баҫып, өс өлөшкә бүләбеҙ. Туҡмасҡа йәйгән кеүек йәйәбеҙ, һәр ҡатын иретелгән һыйыр майы менән майлап, рулетҡа төрәбеҙ һәм һыуытҡысҡа һалып торабыҙ.
Фарш: ниндәй итегеҙ бар, шунан бешерергә мөмкин. Мин күркә һәм тауыҡ итенән бешергә яратам. Ҡабаҡтан да бик оҡшай.
6-7 баш һуғанды ярымбалдаҡлап ҡырҡып, майлы табала йомшартып алам, унан шаҡмаҡлап туралған тауыҡтың түш итен тәмләткестәр менән бутап, иретелгән ҡаҙ майы ҡушып болғатам. Эслек әҙер.
Әҙер ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Фарш һалып, самса яһайбыҙ. Өҫтөнә йомортҡа һөртөп, кунжут һибәбеҙ. Духовкала 30-45 минут бешә. Аштарыбыҙ тәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт, ил-йортобоҙ тыныс булһын!
Сығанаҡ: g.uralovna